Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSСуббота, 2024-05-04, 7:15:11

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

Тыуған ерем - Башҡортостан

                                                                 Тыуған ерем - Башҡортостан

 Уралымда, дуҫлыҡ түбәһендәй,

Бәхет, шатлыҡ, хаҡлыҡ төйәгендәй,

 Балҡый минең Башҡортостаным!   

                            С.Шәрипов.

            Бөтә планетаның күрке менәнә сағыштырғанда, тыуған урын, бәлки, әллә ни матур ҙа түгелдер. Ләкин тыуған ер – географик нөктә генә түгел, ә һәр кемдең Баласағстаны ла. Үҙ тарихын яратмаған халыҡ булмаған кеүек үк, бала сағын һағынмаған кеше лә булмай. Шуға күрә лә шағирҙар тыуған ерҙе бәхет сәңгелдәге, тормошто яратыу мәктәбе рәүешендә күҙ алдына баҫтыралар. Тормошҡа  һоҡланыу кәмемәһен өсөн, күңелде тыған ер тойғоһо менән һәр саҡ яңыртып торорға кәрәклеген иҫбатлайҙар.

        Тыуған республикаға, Ватанға оло һөйөү тойғолары тыуған ерҙән, ауылдан  башлана һәм һәр ваҡытта айырылғыһыҙ үрелеп бара.Тыуған төйәгем минең өсөн иң ҡәҙерле, иң гүзәл ер. Сөнки унда таңдар ҙа алһыуыраҡ, кистәр ҙә тыныраҡ, һауа ла тәмлерәк һымаҡ. Донъяның бөтә гүзәллеге беренсе сиратта ошонда  - тыуған еремдә бит.

                      Тыуған илем, тыуған ерем,

                    ...Матурлығың һинең , бар сафлығың

                     Йөрәгемә кереп үрелгән.

                      Улар миңә әсә һөтө менән,

                     Әсә теле менән бирелгән.

      Тыуған төйәктән башҡа Ватан да була алмай. Беҙҙең Ватаныбыҙ – Башҡортостан. Башҡортостан...Ошо яғымлы һүҙҙе әйтеү менән ҡолаҡ төбөндә ҡурай моңо, сая бөркөт саңҡылдауы, ат тояҡтары тауышы  ишетелеп ҡалғандай була.Тәбиғәте күркәм, йәмле тыуған республикабыҙҙың. Йырлап аҡҡан шишмәләр, һалҡын һыулы йылғалар, һырт бирмәҫ ҡаялар, мәғрүр тауҙар, зәңгәрһыу күлдәр, ҡош-ҡортҡа бай урмандар, һабантуйҙар гөрләр аҡландар, ҡымыҙ еҫе һеңгән уйсан далалар, ауылдар һәм ҡалалар – һәммәһе лә уның биҙәге, ҡабатланмаҫ йәме. Заводтар һәм фабрикалар, башҡорт балына йомарт умарталыҡтар – бөтәһе лә республикабыҙҙың ҡеүәте һәм ҡото.

   Борон ата-бабаларыбыҙ Ер шарының иҫ киткес гүзәл урынын һайлап, үҙ иткән һәм шунда төбәкләнеп ҡалған. Башҡорт халҡы үҙе лә тауҙар кеүек ғорур, шишмәләр кеүек саф, урмандар кеүек тәрән фекерле булған.

       Мин ошо илдә тыуғаныма сикһеҙ ғорурланам. Бәхет бит был: ерем бар,  илем бар , телем бар.

        Оҙаҡламай республикам үҙенең тыуған көнөн билдәләйәсәк. Ун беренсе октябрь көнө Башҡортостан Республикаһының үҙаллылығы тураһындағы декларация ҡабул ителеүгә егерме  д үрт  йыл тула. Был бөтә республика халҡы өсөн оло ҡыуаныс, ҙур байрамдарҙың береһе. Башҡортостан киләсәктә лә үҫер, матурланыр һәм һәр ваҡыт алдынғы республикалар иҫәбендә булыр, тип уйлайым. Минең илемдә бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын, беҙ тыныс, имен тормошта йәшәһәк ине, тигән теләктә ҡалам. Тыуған көнөң менән менән республикам!

                                      (8б класс уҡыусыһы Дәүләтшина Линарияның эше)

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-11-28)
Просмотров: 5084 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz