Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSСуббота, 2024-05-04, 2:41:47

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

Ата-әсәләр мөйөшө

Ата-әсәләр мөйөшө

Нимәне эшләргә:

-балағыҙ өсөн шатланығыҙ;

-кескәй балағыҙ менән тыныс, хәстәрлекле һәм уның яҡшы эштәрен, ҡыланыштарын хуплаған тауыш менән һөйләшегеҙ;

-бала һеҙҙең менән һөйләшкәндә, уны һәр саҡ иғтибарлы тыңлағыҙ;

-балаға аныҡ, ҡаты һәм мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптар ҡуйығыҙ;

-бала менән һөйләшкәндә , күберәк предметтарҙың исемен ҡулланып һөйләгеҙ;

-түҙемле булығыҙ;

- ашыҡмай һөйләгеҙ;

-“нимә” һәм “ни өсөн” –тип йышыраҡ һорағыҙ;

-баланың һорау биреүгә булған ынтылышын һәр саҡ хуплағыҙ;

-бала әле уҡый, яҙа белмәгән ваҡытта уға күберәк китап уҡығыҙ;

-баланы маҡтарға һаранланмағыҙ;

-кескәй балағыҙҙың һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныуын һәм хыялланыуын ыңғай ҡабул итегеҙ;

- яратҡан шөғөлө менән булышыуына ыңғай ҡарашта булығыҙ;

-һеҙҙең китап, гәзит, журнал уҡып алған ҡәнәғәтләнеүегеҙҙе күреп, бәләкәстәр һеҙҙән үрнәк алһын;

-күп эштәрҙе уртаға һалып, ғаилә менән бергәләп башҡарған ерҙә, атай-әсәйҙәр һәм балалар бер уй-фекр менән йәшәгәндә, улар араһында проблемалар тыуырға урын ҡалмай.

Нимәне эшләмәҫкә:

-баланы тупаҫ рәүештә бүлмәгеҙ; бөтәһен дә аңланым, булды. Тип, һөйләүенән туҡтатмағыҙ; бала һөйләп бөтмәҫ элек, ситкә әйләнмәгеҙ. Ҡыҫҡаһы, балаға уның һөйләүе һеҙҙе ҡыҙыҡһындырмай тигән һығымта яһарға сәбәп бирмәгеҙ;

-артыҡ күп һорауҙар бирмәгеҙ;

-бала башҡарырға әҙер булмаған эште унан талап итмәгеҙ;

-бала арыған, кәйефһеҙ саҡта , тынысһыҙ ваҡытында унан көсләп берәр эш башҡарыуын талап итмәгеҙ, икенсе төрлө эш һайлағыҙ;

-артыҡ күп нәмә башҡарыуҙы баштан уҡ талап итмәгеҙ.

Ваҡыт үтеү менән бала үҙе эшен эҙмә-эҙлекле, ашыҡмай, еренә еткереп башҡара башлаясаҡ;

Баланы башҡалар алдында тәнҡитләмәгеҙ, икәү-икәү ҡалғанда ла балаға иҫкәртмәләрҙе сама менән биреү кәрәк;

-балалар алдында артыҡ күп ҡағиҙәләр ҡуймағыҙ: ул уларҙың үтәлешенә , шулай уҡ һеҙгә лә иғтибар итмәй башлаясаҡ;

-баланың күңелен күрәм тип , уны уйынсыҡтар һәм башҡа төр күңел асыу сараларына йөрөтөү менән артыҡ шаяртмағыҙ. Һәр нәмәнең үҙ самаһы бар. Бала быны белеп үҫергә тейеш.

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-11-28)
Просмотров: 1836 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz