Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSСуббота, 2024-05-04, 7:58:19

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

8-се синыф өсөн башҡорт теленән дәрес өлгөһө.(Штейнберг системаһын ҡулланыу)

     8-се синыф өсөн башҡорт теленән дәрес өлгөһө.

           (Штейнберг системаһын ҡулланыу)

Тема: ”Хәлдәр.Уларҙың төрҙәре” темаһын йомғаҡлау.

Маҡсат: 1) хәлдәр темаһын ҡабатлау, нығытыу;

              2) уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтереү, телмәр,  

                  мәҙәниәтен камиллаштырыу; 

               3) телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһаз: индивидуаль эш өсөн тестар, кроссворд,дәреслек, логик-     

             мәғәнәүи модель (ЛММ) схемаһы.

                  Дәрес барышы:                  

 I.Ойоштороу моменты:

  -Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Кәйефтәрегеҙ нисек?

          Бөгөн беҙҙә башҡорт теле

          Яратам һине телем.

          Рәхмәт һиңә, һинең аша

          Алам мин яҡшы белем.

-Эйе, бөгөн дә беҙ һеҙҙең менән башҡорт теле дәресендә белем үрҙәренә күтәрелеүәбеҙҙе дауам итәсәкбеҙ.

II. -Бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр тураһында һөйләшәсәкбеҙ,     беләсәкбеҙ һуң.Быны белер өсөн, уҡыусылар, таҡталағы кроссвордҡа күҙ һалайыҡ. Был кроссвордты сисер өсөн, үтелгән темаларҙы  иҫкә төшөрөп, түбәндәге һорауҙарға яуап бирергә тейешбеҙ.

1. Ниндәй һөйләм төрҙәре була?

    2. Һөйләмдең баш киҫәге.

    3. Ниндәй һорауына яуап биреүсе эйәрсән киҫәк.

    4.Һөйләмдең хәбәренә эйәреп, уның мәғәнәһен   тулыландырып килеүсе һөйләм киҫәге-һөйләмдең эйәрсән киҫәге.

    5. Башҡорт телендә беренсе килеш нисек атала?

    6. Ниндәй тултырыусылар була?

    7. Мәктәптә һүҙенә ниндәй һорау бирәбеҙ?

    8. Һөйләмдең баш киҫәге.

9. Беҙҙең синыфта 20 уҡыусы.Синыфта һүҙе ниндәй хәл

    булып килә?   

10. Тура тултырыусынан тыш тағы ла ниндәй тултырыусы

       була?                    

 

 

 

Х

 

 

 

 

 

 

 

 

Ә

 

 

 

 

 

 

 

Л

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Т

 

 

 

 

 

 

 

 

Ө

 

 

 

 

 

 

Р

 

 

 

 

 

 

Ҙ

 

 

 

 

Ә

 

 

 

 

 

 

Р

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Е

 

 

 

 

 

                             

 

-Уҡыусылар, асҡыс һүҙҙе ҡарағыҙ әле, ниндәй һүҙ килеп сыҡты.

Бөгөн дәрестә хәл темаһын һәм уларҙың төркөмсәләрен ҡабатлап, алған белемдәребеҙҙе нығытып, был теманы йомғаҡлаясаҡбыҙ.Дәфтәрҙәрҙе асып,бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.

-Әйҙәгеҙ әле иҫкә төшөрөп үтәйек:ниндәй эйәрсән киҫәк хәл тип атала.

-Хәлдәрҙең нисә төрө бар.

-Ниндәй хәл рәүеш тип атала.

-Ниндәй хәл урын хәле тип атала.

-Ваҡыт, сәбәп, шарт,маҡсат,күләм-дәрәжә, кире хәлдәргә аңлатма биреп ҡабатлап үтәйек.

 

III. -Уҡыусылар, хәҙер мин һеҙгә һорауҙар бирәм, ә һеҙ яуап бирергә әҙерләнеп ултырығыҙ. Әйтәйек, һүҙ йырлау тураһында бара икән ти.

  -Сәхнәлә йырсы йырлай.  (Йырсы ҡайҙа? йырлай).

  -Йырсы моңло итеп , бирелеп йырлай.( нисек? йырлай).

  -Ул ҙур байрамдарҙа йырлай.(Ҡасан? йырлай.)

  -Йырсы арыһа ла йырлай.(Нимәгә ҡарамаҫтан? нишләһә лә?)

  

-Йырсы тамашасы күңеленә үтеп керергә тип йырлай.(ниндәй маҡсат менән ? ни өсөн йырлай?)

 -Моңлана икән йырлай.(ниндәй шартта? нишләһә ? )

- Иҫ китмәле матур йырлай.(ниндәй дәрәжәлә? )

 

IV. -Дәфтәрҙәрҙә хәлдәрҙе индереп, 4-5 һөйләм яҙығыҙ. Һуңынан тикшереп сығасаҡбыҙ.(Дәфтәрҙә яҙып эшләү)

 

V.  Һығымта.

- Шулай итеп, уҡыусылар, дәрестә нимәләр белдек.(Таҡтаға логик-мәғәнәүи модель схемаһы  эленә.Бер уҡыусы ошо схема буйынса һөйләп аңлата.)

-  Тимәк, мәғәнәһен һәм бәйләүсе сараларҙан сығып, хәлдәр һигеҙ төргә бүленә. Улар эш-хәрәкәттең ҡасан, ҡайҙа, нисек, ни сәбәпле, ниндәй шартта, ниндәй күләмдә үтәлеү-үтәлмәүен белдерәләр,шуға күрә лә һөйләм киҫәктәренең бик кәрәкле ҙур төркөмөн тәшкил итәләр.Күпселек осраҡта ҡылымға ,бик һирәк осраҡта рәүешкә һәм сифатҡа эйәреп киләләр.

 -Афарин,уҡыусылар! Теманы аңлағанһығыҙҙыр тип уйлайым.Ә хәҙер мин һеҙгә тест һорауҙары таратып бирәм.Дөрөҫ яуаптарҙы билдәләп сығығыҙ.

 

VI. Баһалар ҡуйыу.

VII.Өй эше: хәл төрҙәрен индереп, Яңы йыл байрамы тураһында                                                   хикәйә яҙып килергә.

 

 

 

 

 

  

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-12-03)
Просмотров: 5925 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz