Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSСуббота, 2024-05-04, 3:36:37

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

Тыуған - Башҡортостаным!

Тыуған -  Башҡортостаным! 

Башҡортостан-ҡурай иле,

Башҡортостан-Урал ере,

Башҡортостан-ҡумыҙ теле

 Башҡортостан-ҡымыҙ сере.

(Әхмәр Үтәбай)

                                              

     Тыуған Башҡортостаным! Был һүҙҙәр ҡайҙарҙа ғына булһам да,”әсәй”,”атай” һүҙе менән йәнәшә йөрәгем түрендә.Күңелемә иң яҡын,иң изге һәм иң ҡәҙерле һүҙҙәр.Шуға ла, берәй ергә барһам, Башҡортостанымды һағынып ҡайтам.

    Һоҡланам…Башҡортостан минең өсөн донъяла иң матур,иң яҡшы төйәк.Күпме шиғырҙар,йырҙар Башҡортостанға бағышланған,күпме бөйөк кешеләр һоҡланғыс һүҙҙәр әйткән.

   Ә тәбиғәте?Тәбиғәте иҫ киткес матур, бай.Төрлө мәмерйәләр,шифаханалар   саф һыулы йылғаларын,ҡуйы урмандарын,бейек-бейек тауҙарын әйтеп тораһы ла юҡ.Был матурлыҡты күрер,уның шифалы,матур тәбиғәтендә ял итеү өсөн төрлө сит илдәрҙән ҡунаҡтар өҙөлмәй.Республика тәбиғәте беҙҙең ата-бабаларыбыҙ тарафынан һаҡланған изге мираҫ.Уны артабан да һаҡлау-беҙҙең бурыс.

   Башҡортостан - үҙ аллы республика.Унда төрлө милләт халыҡтары дуҫ һәм татыу йәшәй.Башҡортостандың үҙ флагы,гербы, гимны бар. 11 октябрь –Башҡортостан республикаһы көнө.

   Әлеге көндә Башҡортостан үҫһен өсөн күп эштәр башҡарыла. Ҡала урамдары йылдан-йыл йәшелләнә,яңыра,матурлана бара.

   Башҡортостан йәшәһен тиһәк, тыуған еребеҙҙе, телебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ.Башҡортостандың киләсәге беҙҙең ҡулда. Сәскә ат, һин Башҡортостаным! Мин Башҡортостанда, уның баш ҡалаһы Өфөлә  йәшәүем менән ғорурланам.

                                        (9 класс уҡыусыһы Ғайсина Диананың эше)

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-11-28)
Просмотров: 1849 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz