Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSСуббота, 2024-05-04, 10:12:11

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

Берҙән-берем –әсәйем

Берҙән-берем –әсәйем

(сценарий)

       1- се алып барыусы:

                      Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн,

                      Хәйерле көн дуҫтар, туғандар.

                      Хәйерле көн һеҙгә, донъя йөгөн

                      Йөкләп барған ирҙәр, уландар.

       2- се алып барыусы:

                      Хәйерле көн һеҙгә, сос ҡатындар-

                      Донъя күрке – изге әсәләр!

                      Хәйерле көн һеҙгә, эшсән ҡыҙҙар,

                      Ер биҙәге – алһыу сәскәләр!

       1- се алып барыусы:

 Хөрмәтле ҡунаҡтар! Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө- 8 март байрамы менән ҡотлайбыҙ.

                      Һәр йыл һайын килә был байрам,

              Һәр көн тыуған ҡояш шикелле.

                      Йылдар һайын данлай был байрам

                      Гүзәл кеше- әсә кешене.

Йыр- “Иң ҙур бәхет”.

Шиғыр.

         2- се алып барыусы:

Ҡәҙерле әсәйҙәр, апайҙар,ҡыҙҙар! Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө- 8 март байрамы менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ.

                   Ҡотлайбыҙ һеҙҙе,  әсәләр

                   Көслө йөҙлө инәйҙәр,

                    Эшкә уңған апайҙар

                    Матур, шаян ҡыҙҙар

                   8 март менән!

Бейеү.

       1- се алып барыусы:

Әсәй! Донъяла иң яҡын, ҡәҙерле кеше ул.

Бала саҡта, төн йоҡоларын ҡалдырып, һине кем ҡараған?

Әсәй!

Илағанда , ҡосағына алып, кем йыуатҡан?

Әсәй!

Беренсе тапҡыр ергә аяҡ баҫып атлап киткәндә, һине кем етәкләгән?

Әсәй!

Беренсе тапҡыр мәктәпкә  һине  кем  алып килгән?

Әсәй!

Ә хәҙер һүҙҙе 3-сө класс уҡыусыларын бирәйек. Шиғыр һөйләйҙәр.

       2- се алып барыусы:

                   Их был Өфө ҡыҙҙары,

                   Сибәрҙәр ҙә үҙҙәре

                    Талдай нескә билдәре,

                   Балҡып тора йөҙҙәре.

Ҡыҙҙар башҡарыуында “Һомай бейеүе”.

        1- се алып барыусы:

 Әсәләр тураһында бик күп әҫәрҙәр, поэмалар, йырҙар яҙылған.Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, йырланһа ла уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бирә белеүсе әҫәр һаман юҡ әле.

Концерт номерҙары.

          2- се алып барыусы:

Әсә!!! Тормошта ул ниндәй генә эштәр башҡармай! Һауынсы һәм уҡытыусы ла ул, комбайнсы һәм врач та ул, йырсы һәм летчик та ул. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ул үҙенең оҫталығы, һәләтлеге, бөйөклөгө менән беҙҙе таң ҡалдыра.

Шиғыр.

Йыр “Мамотенок”.

 1- се алып барыусы:

Бейе әле, бейе әле

Аяҡтарың талмаһын

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,

Яңы бейергә төшкән.

Бейеү.

2- се алып барыусы:

Әсә!  Ошо  һүҙҙә күпме тәрән мәғәнә ята. Беҙҙәң бар яҙмышыбыҙ уға бәйләнгән. Был һүҙ беҙгә ҡояш кеүек яҡын.

 Сәхнә түрен 7 класс уҡыусыларына бирәйек. Шиғыр. Әхмәтов Рәмзил гармунда уйнай.

         1- се алып барыусы:

     Өс мөғжизә мине әсир алды-

     Ер, йәнә Күк,

     Йәнә ҡатын кеше.

     Өс сер мине уйға, шомға һалды-

     Ер, йәнә Күк,

    Йәнә ҡатын кеше.

    Ерҙең сере бөтә.

    Күк һайыға

   Төбө күренер бына һайығыр ҙа

   Ҡатын кеше генә

   Асылмаҫ сер,

   Тылсым булып ҡалыр асылында.

          2- се алып барыусы:

Ҡатын-ҡыҙ -  мәңге асылып бөтмәҫ сер, мөғжизәле зат. Ә асылы һис тә баһала, булмаҫлыҡ фәнни юҫыҡта ла аңлатып- төшөндөрөп бирә алмаҫлыҡ йәһәттәргә эйә. Ул - һиҙгерлек, зирәклек, аҡыл…

 

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-12-01)
Просмотров: 3971 | Рейтинг: 2.5/4
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz