Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSСуббота, 2024-05-04, 0:24:46

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә асыҡ хат.

 Һаумыһығыҙ,  әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, ил ағаһы – Мостай олатай!

      Һеҙҙе оло юбилейығыҙ менән  ҡотлайым. Һеҙ беҙҙең өсөн һәр саҡ тере, һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйһегеҙ. Уҡыусылар күңелен  яулаған ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәрегеҙ һәр саҡ күҙ алдыбыҙҙа. Тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек киң дә, Урал кеүек бейек тә, тормоштоң үҙе кеүек ҡатлаулы ла һеҙҙең ижадығыҙ. Әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә иҫ киткес күп хеҙмәт һалған оло әҙип, ҙур шәхесһегеҙ. Һеҙҙең ижадығыҙ беҙҙең- уҡыусыларҙың күңелендә лә, өлкәндәр йөрәгендә лә мәңге һаҡланыр.

   Мостай олатай, һеҙ һәр быуын кешеләренең дә яҡын дуҫы, замандашы, халҡыбыҙ ғорурлығы. Һеҙ үҙегеҙҙең “Уңдым”тигән шиғырығыҙҙа былай тип яҙған инегеҙ:

                  Күп нәмәнән уңдым.

                  Рәхмәт һеҙгә.

                 Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!

                 Эйе, уңдым. Күп нәмәнән  уңдым.

                 Минән уңды микән бүтәндәр?

       Эйе, беҙ –һинең халҡың.  Һинән мең-мең тапҡыр уңдыҡ. Йәш быуын ижад  ҡаҙанығыҙҙа ҡайнап йәшәй һәм йәшәр, оло фәһем, тәрбиә алыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Мин ысын күңелдән һеҙҙең менән ғорурланам , талантығыҙ алдында баш эйәм.

 

                                            11 класс уҡыусыһы Мөхәмәҙиева Лиана

                                                       (Өфө ҡалаһы 85-се мәктәп)

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-11-28)
Просмотров: 1121 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz