Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSСуббота, 2024-05-04, 9:07:56

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

Имтихандарға дөрөҫ әҙерлән.

                      Имтихандарға дөрөҫ әҙерлән.

1. Иң тәүҙә – йоҡо!

Имтихан алдынан һәйбәтләп йоҡларға тырышығыҙ, сөнки йоҡо туйыу хәтерҙе, иғтибарҙы нығыта, уйлау, анализлау, эшләү һәләтен арттыра.

2. Йоҡо алдынан- саф һауа!

 “Ниндәй саф һауа, ҡабатларға ла ҡабатларға”,-тиерһегеҙ һеҙ һәм хаҡлы булмаҫһығыҙ.Әллә күпме уҡылмаған темаларығыҙ ҡалһа ла, саф һауаға сығып инергә 15 минут ваҡыт табырһығыҙ.Был һеҙҙе ял иттерер, нервы системағыҙҙы нығытыр, мейегеҙҙе кислород менән һуғарыр.Саф һауала йөрөп ингәндән һуң, белемде тағы ла ҙурыраҡ “аппетит” менән һеңдерә башларһығыҙ.

3. Ял итегеҙ!

Уҡыған арала күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ ҙа үҙегеҙҙе тәҙрә төбөндә торған тәрилкәләге май киҫәге итеп һиҙегеҙ.Йәйге ҡояш нурҙарынан һеҙ әкрен генә ирей башлайһығыҙ, шул ваҡытта бөтә тәнегеҙҙең рәхәтлек кисереүен, мускулдарығыҙҙың йомшарыуын тойоғоҙ. Йылындығыҙмы? Хәҙер күҙҙәрегеҙҙе асығыҙ ҙа уҡыуығыҙҙы дауам итегеҙ.

4. Дөрөҫ туҡланығыҙ!

Имтихандар ваҡытында һеҙҙең организм витаминдарға айырыуса мохтажлыҡ кисерә. Туҡланыу буйынса белгестәр сәтләүектәрҙең мейе эшмәкәрлегенә һәйбәт йоғонто яһауын, ә кишерҙең хәтерҙе яҡшыртыуын, кәбеҫтәнең стресты бөтөрөүен иҫбатлай.С витамины ла хәтерҙе яңырта һәм мәғлүмәт ҡабул итеүҙе еңеллләштерә.Ошо витамин лимонда, ананаста, әфлисунда күп. Тыныс йоҡларға һеҙгә баҡса еләге һәм банан ярҙам итәсәк.

5. Имтихан- үҙе байрам

Имтиханға бер нисә көн ҡалғас, үҙегеҙҙе : “ Инде күп материал үҙләштерҙем. Мин был һынауҙы еңел үтәсәкмен.Башым һәйбәт эшләй, уйҙарым аныҡ, фекерҙәрем асыҡ.Үҙемдең белемемә ышанам. Тынысмын.Имтихандан ҡәнәғәт ҡаласаҡмын”, - тип ышандырырға кәрәк.

6. Уҡытыусылар ҙа кеше бит!

Имтиханға асыҡ йылмайып, мин уҡытыусыларҙа баштан уҡ һәйбәт тәьҫир уятырға тейешмен, тип уйлап инергә кәрәк.Белегеҙ, бындай мөмкинлек башҡа булмаясаҡ.

7. Тыныс булырға кәрәк

Ашыҡмағыҙ.Эшегеҙҙе (билетты) аҙағына тиклем иғтибарлап уҡығыҙ ҙа әҙерләнеүҙе иң еңел һорауҙан башлағыҙ.Нимә иҫегеҙгә төшә барыһын да ҡағыҙға һәйбәтләп яҙығыҙ. Әйткәндәй, ошо план-конспектығыҙ һеҙгә, апелляция бирһәгеҙ, мотлаҡ кәрәк буласаҡ.

 Шулай ҙа имтиханда “икеле” алдығыҙ, ти. Был саҡта ла артыҡ төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ.Ошо һынау минең тормош тәжрибәмде байытты, артабан хаталар яһамаҫҡа дәрес булды, тип уйлағыҙ. Тағы ла нығыраҡ әҙерләнеп, бәхетегеҙҙҙе икенсеһендә һынап ҡарағыҙ. Уңыштар һеҙгә! 

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-11-29)
Просмотров: 1543 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz