Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSСуббота, 2024-05-04, 9:28:15

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

Йыл миҙгелдәре. Һорау алмаштары.

Тема:  Йыл миҙгелдәре. Һорау алмаштары.

Маҡсат: “Йыл миҙгелдәре” темаһы буйынса түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү; яңы һүҙҙәрҙе. Һөйләмдәрҙе үҙләштереү; уҡыусыларҙың  телмәрен һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтереү; тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһаз: компьютер, интерактив таҡта, проектор.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу (психологик момент).

Һаумыһығыҙ! Һаумы, һаумы!

Һаулашам - сәләм бирәм.                                    ИТ

“Һаумы” тигән һәйбәт һүҙҙе

Бар донъяға еткерәм.      (Р.Ураҡсина)

 

  • Хәйерле көн, уҡыусылар! Һеҙҙе күреүемә шатмын. Минең исемем Исиргакова Зилә Зәйнулла ҡыҙы.85-се мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләйем. Бөгөн һеҙҙә дәрес үткәрәм.Йылы һүҙҙәр менәндәресте башлайыҡ, дәресебеҙ матур үтер тип ышанайыҡ.
  1. Уҡыусылар, һеҙгә өй эше итеп һүрәттәр эшләп килергә ҡушылғайны, дәрес барышында уларҙы  тикшереп үтербеҙ.

 

  1. -Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестең темаһын асыҡлау өсөн таҡтала бирелгән йомаҡтың яуабын сисергә кәрәк буласаҡ.

          (Бер уҡыусы матур итеп уҡып ишеттерә)

Бер ҡарттың ун ике улы бар,

Шуларҙың өсәүһе һоро көпө кейә,                      ИТ  

Өсәүһе йәшел күлдәк кейә,                          

Өсәүһе һары сәкмән кейәә,

Өсәүһе аҡ тун тун кейә.

    (йыл миҙгелдәре)

-Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Нимә ? һорауы –һорау алмашы була. Һорау алмаштары бик күп , улар тураһында ла беләсәкбеҙ. (Местоимение-самостоятельная часть речи,которая указывает на предметы, признаки, количество,но не называет их.)

-Хәҙер, уҡыусылар, дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуябыҙ.

ИТ (Ун икенсе ноябрь. Йыл миҙгелдәре. Һорау алмаштары.)

  • Уҡыусылар , ә хәҙер телдәрҙе шымартып алайыҡ. 
  1.   ИТ   

  ды-ды-ды –һалҡын көҙ башланды

  до-до-до-һары япраҡтар ҡойолдо

  ҙы-ҙы-ҙы-үләндәр һарғайҙы

 те-те-те – ҡоштар осоп китте.

  1. -  Афарин, уҡыусылар!
  • Уҡыусылар, бер йылда нисә миҙгел , ай бар?

(4 миҙгел, 12 ай).

  • Эйе, дөрөҫ , афарин.
  • Тышҡа күҙ һалайыҡ . Әле ниндәй миҙгел? Ҡайҙан белдегеҙ?
  • Тышта бөгөн нисек?

-Көҙ миҙгеленә ниндәй айҙар ҡарай?

(сентябрь,октябрь, ноябрь)

  • Уҡыусылар, беҙ ниндәй, нисек, ҡайҙан һорауҙарына  яуап бирҙек-былар -   һорау алмаштары.
  1. Уҡыусылар, ә хәҙер төҙөгән һөйләмдәрҙе таҡтанан ҡарап, дәфтәрҙәрегеҙгә матур итеп яҙып ҡуйығыҙ.
  2. миҙелдәре: көҙ, ҡыш, яҙ, йәй.
  3. , октябрь, ноябрь-көҙ айҙары.     ИТ

 

  1. -Уҡыусылар, һеҙгә ниндәй миҙгел оҡшай? Ә хәҙер өйгә эш итеп бирелгән эштәрҙе, һүрәттәрҙе ҡарап, тикшереп  китәйек.

(Бер – ике уҡыусынан һорау).

  1. -Уҡыусылар, ә хәҙер һүҙлек һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп үтәйек,  был һүҙҙәр беҙгә күнегеүҙәр эшләгәндә кәрәк буласаҡ.
  2. -дождь
  3. -лед                                       ИТ
  4. -трава
  5. -время года
  6. -листья
  7. -река
  8. -бабочки

(Уҡыусыларҙан бер нисә һөйләм төҙөттөрөү)

 

-Уҡыусылар, хәҙер йыл миҙгелдәре тураһында беләһегеҙ микән , белемдәрҙе тикшереп алайыҡ.

 

  1. ИТ Викторина эшләп алайыҡ.

 

1. Аҡ ҡар,ҡалын боҙ ҡасан була?  (ҡыш)

2. Ҡасан йылға таша?                          (яҙ)

3. Һалҡын ямғырҙар ҡасан була?  (осень)

                                     Ҡыҙғанысҡа күрә  Ә, Ө хәрефтәре күрһәтмәй.

4. Ҡасан тамсылар тама?                    (яҙ)

5. Ҡасан ҡояш ҡыҙҙыра?                    (лето)

6. Ҡасан ҡоштар ҡайта?                      (яҙ)

 

  1.  Арып киткәнһегеҙҙер, ял итеп алайыҡ. Ял минуты. ИТ

 Ел иҫә, иҫә, иҫә      (ҡулдарҙы күтәреп, ағастар һелкенгән хәрәкәтте                Ағастарҙы һелкетә.                                         күрһәтәләр)

 

 Ел бөтә, бөтә, бөтә,          (сүгәләр)      

 Ағастар бейек үҫә.            (ҡулдарҙы күтәреп күрһәтәләр)

 

  1.   Артабан шундай эш бирелә.  ИТ

 Көҙ, ҡыш миҙгеленә ҡараған һүҙҙәрҙе төркөмләп яҙырға кәрәк    буласаҡ.

 Көслө ел, буран, ямғырҙар , аҡ ҡар, боҙ, һары япраҡтар

 

  1.   Дәреслек менән эш.

 64 – се бит,    151-се күнегеү.  (4 уҡыусы уҡый.)

 Көҙ-  көндәр һалҡын, ямғыр яуа, һыуыҡ. Ҡалын итеп кейенеп йөрөргә кәрәк.

Ҡыш- ҡоштарға, йәнлеклектәргә ауыр ваҡыттар килә. Ҡоштарға ярҙам итергә кәрәк.

Яҙ- тәүге сәскәләр умырзая сыға. Уларҙы өҙөргә ярамай, сөнки улар “Ҡыҙыл китапҡа” ингән. Бик һирәк ҡалған.

Йәй- уҡыусыларҙың йәйге каникулдары башлана. Һыу буйҙарында , урманда һаҡ булырға кәрәк.

Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә һау, сәләмәт булырбыҙ.

  1.     ИТ    

 -Уҡыусылар, һеҙ барығыҙ ҙа йомаҡтар яратаһығыҙ.Хәҙер йомаҡтар сисеп алайыҡ. Иғтибарҙы таҡтаға йүнәлтәйек.

Йәйен урманда батша,

Ҡышын ҡарҙан да аҫта. (айыу)

 

 Йәйен һоро, ҡышын аҡ

Уға шулай яҡшыраҡ. (ҡуян)

 

Мамыҡ тиһәң, мамыҡ түгел

Һөт тә түгел, үҙе аҡ.Был нимә.(ҡар)

 

Йәйен да,  ҡышын да

Йәшел күлдәктә. (шыршы) .

-Йомаҡтарҙа нидәй? һорауы осраны.Ниндәй һорауы – һорау алмашы була.

14. Телдән эш.

  • Уҡыусылар, мин һорау алмаштары менән һорауҙар бирәм. Ә һеҙ яуап бирергә әҙерләнегеҙ.
  • Һинең исемең кем?
  • Һиңә нисә йәш?
  • Парта артында кем менән ултыраһың?
  • Әсәйең ҡайҙа эшләй?
  • Һиңә ниндәй йыл миҙгеле оҡшай?
  • Һин ниндәй миҙгелдә тыуғанһың?

 

15. Рефлексия.

  • Уҡыусылар, шулай итеп бөгөн дәрестә  нимәләр белдек.

Нимәләр тураһында  белдек.

-Ниндәй миҙгелде яратһаҡ та, беҙ һаҡсыл булырға тейешбеҙ.

16.     Өй эше:  “Минең яратҡан миҙгелем” темаһына хикәйә яҙып килергә.

 

17.Уҡыусыларҙы баһалау.

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-11-28)
Просмотров: 4184 | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz