Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSПятница, 2024-05-03, 8:58:17

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

Башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлын өйрәнеү (дәрес-сәйәхәт)

 

 

Тема:  Башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең

               тормош һәм ижад юлын өйрәнеү

                      (дәрес-сәйәхәт)

Маҡсат: М.Кәримдең тормош  һәм ижад юлын өйрәнеү;

                уҡыусыларҙа яҙыусы ижадына һөйөү тәрбиәләү;

                телмәр үҫтереү.

Йыһаз: М.Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, компьютер, проектор, аудио һәм видео таҫма, стендтар.

 Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу моменты.
  2. Уҡыусыларҙы дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән таныштырыу.
  • Был дәрестә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы, ижад һуҡмаҡтары, уҡыусылар күңелен яулаған ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәре күҙ алдына баҫыр, әҙәбиәт донъяһына сәйәхәткә илтер. Уҡыусылар, барығыҙға ла күтәренке кәйеф, рухи байлыҡ юллап дәресебеҙҙе башлайбыҙ. Дәресебеҙ ябай түгел беҙҙең, ә дәрес-сәйәхәт. Дәресебеҙ төрлө туҡталыштарҙан торасаҡ.

1 туҡталыш – М.Кәримдең бала сағы һәм йәшлеге.

 

  • : Башҡортостан - гүзәл республика! Бормаланып аҡҡан Ағиҙел һәм Дим йылғалары, сал Урал буйҙары, алтын иген баҫыуҙары, ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары булған данлы республика. Әйтерһең дә тәбиғәттең бөтә  байлығы, йомартлығы  ошо беҙҙең Башҡортостаныбыҙға күскән. Ошо  бай, бәрәкәтле ерҙән ниндәй генә шәхестәр үҫеп сыҡмаған да , ниндәй генә аҡыл эйәләре көс һәм ғәйрәт алмаған.
  •   аҡһаҡалы, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең дә тормошо, бала сағы, уҡыу йылдары, ижады ошо ер менән бәйле.
  •       шағирҙың үҙе башҡарыуындаҠайын япрағы тураһындашиғырын тыңлау.

 

  • Һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ тормошо , донъяға үҙ ҡарашы була. Шағирыбыҙҙың да үҙенә генә хас бала сағы була. Хәҙер, уҡыусылар, экранға иғтибар менән күҙ һалайыҡ. Яҙыусының “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк ҡарап китәйек.
  • Оҙон-оҙаҡ бала саҡәҫәренән өҙөк ҡарау.
  • Эйе, “Кендек” ул ғүмерлеккә үҙенсәлекле ҡушамат булып ҡала. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә ул уның яҡлаусыһы ла, һаҡлаусыһы ла була.

 

2 туҡталыш - Һуғыш йылдары осорондағы ижады.

 

-Шағир, драматург, прозаик  Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем яу юлдарын үтә. Дәһшәтле һуғыш йылдарында уға ғәзиз  халҡы,  ижад рухы оло терәк, таяныс була.Яу йылдары тыуған ерҙең ҡәҙерен, халыҡтың рухи ныҡлығын, сабырлығын, батырлығын күрә белергә өйрәтә. Был сифаттар уның шиғырҙарында ла сағылыш таба.

Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле шағирҙың һуғыш  осорондағы яҙылған “Мин фронтҡа китәм , иптәштәр!”шиғырын тыңлап китәйек.

 

Бер уҡыусы шағирҙың “Мин фронтҡа китәм , иптәштәр!”шиғырын яттан һөйләй.                                                                                                                         

 

  • Бөйөк Ватан һуғышында М.Кәрим  ике тапҡыр яралана. Фашистар шағирҙың йөрәгенә төбәп аталар. Снаряд ярсығы уның комсомол билетын тишеп үтә, йөрәгенән әҙ генә түбәнерәк  урынға тура килеү менән генә ул иҫән ҡала. Яра һыҙлауҙарын ул үҙенең “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырында  асыҡ сағылдыра.

 

Аудиотаҫманан шағирҙың “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырын тыңлау.

 

-Яу яланынан әйләнеп ҡайтҡас, М.Кәрим ныҡлап ижад эшенә тотона. Һуғыштан һуңғы шиғырҙарында илебеҙ тормошоноң иркен һәм тыныс һулышы,  хеҙмәт кешеһе  сағылдырыла.

    Мостай Кәрим поэзия жанрында эшләү менән бер рәттән башҡа жанрҙарҙа ла актив  эшләй. Уның драма әҫәрҙәренән “Ҡыҙ урлау”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Туй  дауам итә” исемле пьесалары беҙҙең тамашасыларыбыҙға яҡшы таныш.

 

Китаптар күргәҙмәһен ҡарау.

 

 

 

 

3 туҡталыш – М.Кәрим – балалар яҙыусыһы.

  • М.Кәрим балалар өсөн дә бик күп әҫәрҙәр ижад иткән.

Уҡыусылар, һеҙгә уның “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрҙәре яҡшы таныш. Әйҙәгеҙ әле ҡыҫҡаса ғына ошо әҫәрҙәр буйынса һеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе тыңлап китәйек.

Бер уҡыусы “Өс таған” әҫәре буйынса һөйләй.

-Миңә был әҫәр бик оҡшаны. Унда Айҙар, Ғабдулла, Вәзир исемле малайҙар тураһында яҙылған. Әҫәрҙә уларҙың ҡыҙыҡлы эштәре, үҙ-ара мөнәсәбәттәре сағылдырыла. Был Бөркөтлө малайҙары Кирәмәт тауы башындағы балыҡһыҙ ҡалған күлдә балыҡ үрсетмәксе булалар. Изге эш эшләүсе малайҙар миңә бик оҡшаны. Уларҙан үрнәк алырға була, тип уйлайым.

Икенсе уҡыусы “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса һөйләй.

  • Был повесты инде нисәнсе быуын уҡыусылары шатланып уҡый. Мин дә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым. Әҫәрҙең төп геройы Йәмил Украин ҡыҙы Оксана өсөн утҡа-һыуға керергә әҙер.Ул уны үҙенең бер туған һеңлеһеләй үҙ итте. Һуғыш осоронда ут эсендә йортта яңғыҙы ҡалған был Украин ҡыҙын Йәмилдең атаһы табып, Башҡортостанға үҙҙәренә алып ҡайта. Ошо бәләкәй генә ҡыҙ башҡорт йортоноң йәменә әйләнә. Был әҫәрендә яҙыусы дәһшәтле һуғыш йылдарында халыҡтар дуҫлығын кәүҙәләндерә.
  • - Уҡыусылар,  М.Кәрим бер повесын “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тип атауының сере  тураһында бына нимә тип яҙа:”Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ  булһа ла,  беҙҙең бала сағыбыҙ  оҙон-оҙаҡ йылдар буйына эйәреп килә...Ә сабыйлыҡ –моғайын сафлыҡтыр”.

Ысынлап та, шағирҙың күңеле һәр саҡ матурлыҡҡа сабыйҙарса һоҡланыусан була.

     Үҙенең гүзәл әҫәрҙәре менән М.Кәрим бөтә халыҡтың мөхәббәтен яуланы. Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн ул ике тапҡыр Ленин, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл байрағы, Халыҡтар дуҫлығы, Почет билдәһе ордендары менән бүләкләнә.1963 йылда Халыҡ шағиры исеме бирелә. Яҙыусы С.Юлаев, Станиславский исемендәге. СССР-ҙың Дәүләт, Ленин премияһына . Г.Х.Андерсен исемендәге халыҡ ара премияға лайыҡ була.1979 йылда Социалистик Хеҙмәт геройы тигән  ҙур  исем бирелә.Башҡортостан республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. III дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены тапшырыла.

 

   4 туҡталыш – Ҙур хеҙмәткә-ҙур хөрмәт.

-М.Кәрим “Уңдым”  исемле шиғырында тыуған йылынан, тыуған тупрағынан, кешеләренән, дуҫтарынан   уңыуы тураһында яҙа.

 

Шиғыр һуңында ул :  “Эйе, уңдым.  Күп нәмәнән уңдым.

                                  Минән уңды микән бүтәндәр?”- тигән һорау ҡуя.

  • Эйе, башҡалар ҙа бик уңды. М.Кәримдең ошо өлкәне, тормош юлын дөрөҫ һайлауы, халыҡтарҙы бер-береһенә яҡынайтырға тырышыуы, кешеләр күңелендә яҙҙар уятыуы менән халыҡтар, кешелек  уңды.

    Башҡортостан үҙ улын игелекле һәм итәғәтле итеп үҫтерһә, М.Кәрим үҙ сиратында үҙ республикаһының  халҡы исемен тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе, башҡорт әҙәбиәтенең ил күләмендәге дәрәжәһен нығытты.Уның әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, латыш, литва һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде.

   5 туҡталыш – Тест һорауҙары.

  • Уҡыусылар, Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тормош юлы һәм ижады тураһында алған белемдәребеҙҙе йомғаҡлап, дәрес аҙағында тест һорауҙарына яуап бирәбеҙ.

Экранда тест һорауҙары.

  1. М.Кәримдең тәүге шиғырҙар китабы нисек атала?

а) “Өс таған”

б) “Отряд ҡуҙғалды”

            2. “Дуҫтың үлеме” шиғыры ҡасан яҙылған?

                     а) 1945

                      б) 1938

           3. Шағир ҡайһы районда тыуған?

                  а) Ғафури районынында

                   б) Шишмә районында

         4.    ”Ер шарының картаһына

                 Ҡараһаң яҡшы ғына-

                 Башҡортостан шул картала

                 Бер япраҡ саҡлы ғына”.

          Был өҙөк ҡайһы шиғырынан?

                 а) “Россиянмын”

                  б) “Ҡайын япрағы тураһында”.

         5. М.Кәримдең проза әҫәрен билдәлә.

                а) “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”

                 б) “Беҙҙең өйҙөң йәме”.

         6. “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!”шиғыры ҡасан яҙылған?

                   а) 1938

                   б) 1941

 

Йомғаҡлау. Әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүгә күп көс һалған аҡһаҡалыбыҙ, шәхесебеҙ  күңел һәм йөрәк түрендә һәр саҡ һаҡланыр. М.Кәримдең исемен мәңгелләштереү буйынса бик күп  эштәр башҡарылды. Өфөлә милли йәштәр театры М.Кәрим исемен йөрөтә, М.Кәрим урамы булдырылды, 158-се башҡорт лицейы уның исемен йөрөтә, профсоюздар йорто алдында халыҡ шағирына һәйкәл ҡуйылды, Мәсетле районында М.Кәримгә һәйкәл асылған (1989 йылда- шағир үҙе иҫән саҡта).

 

Өй эше: 1) М.Кәрим әҫәрҙәренә һүрәт төшөрөргә;

                 2) Кроссворд төҙөргә.

 

 

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-11-28)
Просмотров: 5050 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz