Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSСуббота, 2024-05-04, 10:30:26

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

Ағиҙел исеме менән бәйле атамалар. Тикшеренеү эше.

          

 

     Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы муниципаль бюджет белем

биреү учреждениеһы Орджоникидзе районы

 85-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

Тема:  “ Ағиҙел исеме менән бәйле атамалар”

                     Авторы:  8б класс уҡыусыһы   Дәүләтшина Линария

                                  Ғилми етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  

Исиргакова Зилә Зәйнулла ҡыҙы                                                   

 

                                                        Инеш

      Эҙләнеү эшенең актуаллеге  ( мөһимлеге) шуның менән билдәләнә:

  1. Киң танылыу алған,  йырҙарҙа данланған  Ағиҙел исеме менән бәйле атамалар махсус тикшерелмәгән;
  2. Уларҙы   өйрәнеү  мөһим, ҡыҙыҡлы һәм  актуаль проблема.

     Эҙләнеү эшенең маҡсаты: Ағиҙел исеме менән бәйле атамаларҙы  табыу һәм уларҙы  өйрәнеү.

  Ошо маҡсаттан сығып, түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

1. Төрлө сығанаҡтарҙан материалдар  эҙләп, табыу;

2.  Улар тураһында мәғлүмәттәрҙе туплап, өйрәнеү.

Тикшереүҙә ҡулланылған методтар һәм алымдар:

Эш процесында  интернет селтәренә мөрәжәғәт итеү, ваҡытлы матбуғат материалдарын байҡау, тикшереү методы ҡулланылды.

   Эҙләнеү материалы:  «Башҡортостан» энциклопедияһы, матбуғат материалдары, интернет селтәре.

Практик ҡулланылышы:  Был ғилми- эҙләнеү эшен  Башҡортостандың иҫтәлекле, билдәле урындарын , географик атамаларҙы өйрәнгәндә, Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы,  география дәрестәрендә ҡулланырға мөмкин.

 

   Башҡортостандың бер ғорурлығы  Урал булһа, икенсе ғорурлығы башҡорт илен иңләп- буйлап аҡҡан гүзәл Ағиҙел йылғаһы.

Бик күп атамалар йырҙарҙа йырланған, шиғирҙарҙа данланған  ошо Ағиҙел исеме менән бәйле.  Эҙләнеү эшендә  атамаларҙы  беҙ төркөмдәргә бүлеп ҡараныҡ.

 

  1.  Бүлек.

 Төп өлөш.

1- се  атама.  Ағиҙел йылғаһы.

А          Ағиҙел - Кама йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы.  Оҙонлоғо 1420 км. Ирәмәл тауынан башлана. Йылға башы уйһыу һәм һаҙлы урындан аға. Урыны-урыны менән ярҙары бейек, текә, урманлы. Нөгөш ҡойған ерҙе уҙғас , киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң тигеҙлек буйлап аға. Ағиҙелгә Эҫем, Сәрмәсән, Ашҡаҙар,  Баҙы, Сөн, Дим, Өршәк һ.б.  йылғалар  ҡушыла.

2- се  атама- Ағиҙел ҡалаһы.

 Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышында Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымының уң яҡ ярында урынлашҡан. 1980 йылда поселок булараҡ барлыҡҡа килә. Ә 1991 йылдан алып – ҡала. Халҡы 20 меңдән артыҡ.

3-сө     атама    “Ағиҙел” журналы.

  Башҡорт телендә ай һайын сыға торған әҙәби һәм ижтимағи – сәйәси журнал. Ойоштороусолары - Башҡортостан Республикаһының Министрҙар кабинеты һәм Яҙыусылар союзы. Иң беренсе һаны 1923 йылда «Яҡты юл» исеме аҫтында сыға. 1961 йылдан алып хәҙерге  атамаһы  менән сыға башлай.

 4-се  атама “Ағиҙел” ҡунаҡханаһы.

Өфө ҡалаһында  «Ағиҙел» ҡунаҡханаһы бар.  Ул     1962  йылда төҙөлгән.Башҡортостандағы иң ҙур йылғаның исеме менән аталған.

Ҡунаҡхана 5 этажлы, 158 номерлы. Ул Өфө ҡалаһының иң уңайлы урынында,  административ-сауҙа үҙәгендә урынлашҡан. Унда төрлө транспорт төрөндә барып етеп була. Ҡунаҡхана янында ике театр бар:  опера һәм балет театры , Башҡорт дәүләт академия  драмтеатры, шулай уҡ Конгресс-холл, “Ҡаруанһарай” сауҙа комплексы урынлашҡан. Эргәһендә ял итеү урындары һәм парктары бар. Ҡунаҡхана 200 –ләп кешене ҡабул итә ала. Уның рестораны, банкет залы, медицина ярҙамы күрһәтеү кабинеттары, башҡорт сувенирҙары һәм тауарҙары булған магазины бар.

5 –е атама -  ”Ағиҙел” производство берекмәһе. ««Ағиҙел»

 Башҡортостан художество промыслалары производство берекмәһе Өфөлә урынлашҡан. Бында ағастан , шулай уҡ  лаклап һынлы сәнғәт әйберҙәре  эшләйҙәр, туҡыманы биҙәкләйҙәр, ҡайып тегәләр, келәм һуғалар.

       Берекмә Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланған, Халыҡ –ара Лейпциг йәрминкәһендә  алтын миҙал   бирелгән.

6 –сы   атама  -  “Ағиҙел” пароходствоһы.         

   Ул 1937 йылдың ғинуарында ойошторола. РФ Йылға флоты министрлығына  ҡарай. Ағиҙел, Волга  һәм Дон йылғалары буйлап пассажирҙар йөрөтөү һәм йөк ташыу эштәрен башҡара, бүтән пароходстволарҙың судноларын хеҙмә тләндерә.

7 –се   атама -   ”Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы

           Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы ла “Ағиҙел” исемен йөрөтә.

Был команда “Рәсәйҙәге ҡатын-ҡыҙҙар командаһының үҫеше” программаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. 2010 йылдың 31 авгусында “Салауат Юлаев” хоккей командаһы базаһында эшләй башлай. Сентябрь айында старт ала. Командалар составы хоккейҙы туп менән уйнаусылар менән тулылана. 2012 йылда команда составы яңыртыла. 2011 йылда Европа турнирында 2 урынды яулай, 2012 йылда Халыҡ –ара турнирҙа көмөш миҙалға лайыҡ була.

2012-2013 сезондарҙа был команда Рәсәй чемпионатында бронза миҙал яулай.

8 –се   атама -    “Ағиҙел” турбазаһы   

   Бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге турбаза. Ул Белорет районы Ҡағы ауылы янында урынлашҡан. 1964 йылда ойошторолған. «Баштур» АЙ ҡарамағына инә. Ике ҡатлы ағас корпусы, 284 урынлыҡ йәйге коттедждары бар. Туристарҙы радиаль һәм линия маршруттарында хеҙмәтләндерә. Резина һалдарҙа һәм катамарандарҙа йылға маршруттары  ойошторола.

 

                                          Йомғаҡлау.

Тикшереү эше ниндәй  һөҙөмтә  бирҙе:

  • беренсенән,  республикабыҙҙың иң ҙур, билдәле йылғаһы - Ағиҙел менән бәйле атамаларҙың күп булыуын белдек;
  •  икенсенән, тыуған республикабыҙ  Башҡортостан  тәбиғәтенең, тарихының, мәҙәниәтенең, әҙәбиәтенең  бай булыуын күрҙек;
  •  өсөнсөнән,  беҙгә республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарын өйрәнеү,    уларҙы белеү ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.

 

      Тикшереү һөҙөмтәһе иҫтәлекле урындарҙы,  атамаларҙы өйрәнгәндә ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам булыр, тип ышанабыҙ. Беҙ тапҡан материалдар мәктәптә уҡыусыларға ла  файҙалы булыр.

       Мин был эшемде артабан  да  дауам  итермен тип уйлайым. Ағиҙелгә арналған әҫәрҙәрҙе, шиғирҙарҙы табыу һәм уларҙы өйрәнеү - артабан дауам итәсәк  эҙләнеү эшемдә сағыласаҡ.

 

                                                       Ҡулланылған әҙәбиәт:

 

  1.  “Башҡортостан энциклопедияһы” дәүләт ғилми нәшриәте,

 Өфө – 1997 йыл;

  1. “Тыуған  Башкортостан” дәреслеге, Өфө-1996 йыл;
  2. “Ағиҙел”  журналы,  “Башҡортостан” гәзите.

 

 

 

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-11-28)
Просмотров: 3392 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz