Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSСуббота, 2024-05-04, 10:11:07

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

Рус мәктәбендә диалект шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү

   Рус мәктәбендә диалект шарттарында

                башҡорт теленә өйрәтеү

Башҡорт теле - башҡорт халҡының милли теле.Милли телдең иң юғары формаһы булып әҙәби тел  һанала. Әҙәби телдән башҡа дөйөм халыҡ теле лә бар, ул диалекттарҙы, ябай телмәрҙе, жаргондарҙы үҙ эсенә ала. Әҙәби телде халыҡ теленә ҡапма-ҡаршы ҡуйырға кәрәкмәй. Дөйөм халыҡ теле- әҙәби телдең артабанғы байыу, үҫеү, камиллаштырыу сығанағы, улар үҙ-ара эҙмә-эҙлекле бәйләнештә тора.

  Диалектизмдар - урындағы ерле һөйләштәрҙә генә ҡулланыла торған һүҙҙәр. Башҡорт теленең өс: көньяҡ, көнсығыш, төньяҡ- көнбайыш диалекттары бар. Ул диалекттарҙың һәр береһе бик күп һөйләштәргә бүленә.

     Был диалекттарҙа һөйләшеүсе башҡорттарҙың телмәрен беҙ, әлбиттә, еңел аңлайбыҙ, сөнки бөтәһенең дә лексик байлығы дөйөм ҡулланышлы һүҙҙәрҙән тора. Ләкин ерле һөйләштәрҙең үҙҙәренә генә хас һүҙҙәре  лә була, бына шундай һүҙҙәр диалектизмдар тип атала.

   Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытҡанда беҙ диалект һүҙҙәргә туҡталып, сағыштырып өйрәнәбеҙ. Мәҫәлән: башҡорт теленә генә хас өн-хәрефтәрен өйрәнгәндә ҫ хәрефе һүҙҙең аҙағында йәки уртаһында ғына ҡулланыла.Шуға күрә тик бәләкәй хәреф кенә бирелә.Дим һөйләшендә ҡайһы бер һүҙҙәрҙе һ урынына ҫ хәрефе менән әйтәләр (ҫарыҡ, ҫыу, ҫаҡал, ҫыйыр, ҫуған,ҫарымҫаҡ) тип миҫалдар килтереп үтәбеҙ.

   Уҡыусыларҙың араһында районға ҡайтып йөрөүселәр бар һәм улар телмәрҙәрендә шул райондың ерле һөйләшендәге һүҙҙәрҙе ҡуллана.Һүҙҙәргә күплек  йәки килеш ялғауы ҡушып әйткәндә йәки яҙғанда һөйләшкәндә нисек һөйләшәләр шундай ялғау яҙалар. Мәҫәлән: малайлар, ҡыҙлар,таулар,бынта,башҡортлр, ултырғанлар,ашайлар, йәшәйләр  һ.б.

 Бындай диалект һүҙҙәр ҡулланыу бигерәк тә башланғыс кластарҙа күҙәтелә. Сөнки башланғыс кластарҙа өй эшен эшләүҙә ата-әсәләр ярҙамлаша.Бигерәк тә башҡорт милләтенән булған балаларҙа осрай.

Уҡыусылар үҫә килә бындай хаталар һирәк осрай.

 Уҡыусыларҙың телмәренә орфоэпик һәм орфографик хаталар хас. Мәҫәлән, әҙәби телдәге х өн-хәрефе урынына уҡыусылар үҙҙәренең телмәрендә һ өн-хәрефен ҡулланалар: һайуан, һәҙер йәки киреһенсә х өн-хәрефе урынына һ өн-хәрефен ҡулланалар:Һәбәр (хәбәр) һаҡ (хаҡ).

 

 Ерле һөйләш, диалект шарттарында тел нормаларына өйрәтеү буйынса эште, нигеҙҙә, дөйөм методиканың принциптарына, методтарына һәм алымдарына таянып алып барабыҙ. Быға ирешеү өсөн беҙ  әҙәби телдә асыҡ орфоэпия менән һөйләргә тырышабыҙ,һүҙҙәрҙе һәм ижектәрҙе әҙәби нормаларға ярашлы итеп әйтәбеҙ, балаларзың  диалект хаталарын даими иҫкәртеп, хаталарҙы төҙәтеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Уҡыусыларҙан текстар ятлатабыҙ һәм һөйләтәбеҙ, һүҙҙәрҙе күсереп яҙыу, төшөп ҡалған хәреф, ижек, һүҙҙәрҙе тултырып яҙҙырыу, яҙғанды  ҡысҡырып уҡытыу алымдары  ҡулланабыҙ. Диалект хатаһы ебәрелеүе мөмкин булған формаларға иҫкәртмәле һәм  контроль эштәр эшләтәбеҙ .

  Дәреҫтәрҙә төрлө эш алымдары бирәбеҙ.Мәҫәлән, 11 класта бер өҙөк бирәбеҙ.Шул өҙөктән диалектҡа хас булған үҙенсәлектәрҙе асыҡлайбыҙ һәм уларҙы әҙәби тел нормалары менән сағыштырабыҙ һәм тел нормаларын һаҡлап үҙгәртеп яҙабыҙ. Мәҫәлән:

Йергә-ергә, уаҡ-ваҡ,нәҫтәгә-нимәгә, йаҫайлар- яһайҙар, утыралар- ултыралар, ҡуйаң- ҡуяһың, буйлары-буйҙары. Был һүҙҙәрҙең (һөйләштең) ниндәй диалектҡа ҡарауын билдәләйбеҙ.

  Шулай уҡ, Башҡортостан картаһын файҙаланып, һәр диалектта һөйләшеүсе башҡорттар йәшәгән райондарын асыҡлайбыҙ.Был эш алымы бик отошло уҡыусыларҙың хәтерҙәрендә нығыраҡ ҡала.

        Беҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары балаларға телде өйрәткәндә дөйөм методиканың принциптарына, методтарына һәм алымдарына таянып эшләргә тейешбеҙ. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу темәрен үҫтереү буйынса эш башҡорт теле дәрестәрендә эҙмә-эҙлекле алып барылырға , ә бының өсөн уҡытыусының телмәре орфоэпик яҡтан камил, лексик төшөнсәләргә бай, тасуири һәм образлы булырға тейеш.

       Әҙәбиәт

1.Аҙнағолов Р.Ғ. Ерле һөйләш шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү методикаһы. Өфө: Китап.2006.

2. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен заманса уҡытыу// Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.- Өфө:Китап, 2009.

 

 

 

 

 

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-11-28)
Просмотров: 2378 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz