Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSСуббота, 2024-05-04, 7:39:52

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

Башҡорт теле дәрестәрендә заманса технологиялар ҡулланыу

Башҡорт теле дәрестәрендә заманса технологиялар ҡулланыу

 

     Туған тел буйынса уҡыусыларҙа икенсе быуын белем биреү стандарттарында билдәләнгән күләмдә һәм кимәлдә  белем , күнекмә һәм компетенциялар , универсаль уҡыу  эшмәкәрлеге комплексын формалаштырыу өсөн уҡыу-уҡытыу системаһында яңы технологиялар ҡулланыу талап ителә.

    Хәҙерге заман балалары кәрәкле мәғлүмәтте китаптан уҡып белеүгә ҡарағанда телевизор, интернет аша алыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Шуға дәрестәрҙә яңы метод һәм алымдарҙы, заманса технологияларҙы ҡулланырға кәрәк.  Мәҫәлән, уҡыу-уҡытыуҙың эффектив алымы булған компьютер технологияһы дәрестәрҙе күпкә һөҙөмтәлерәк үткәреү, уҡыу-уҡытыу сифатын күтәреү мөмкинлеген бирә.

     Актуаллек: Яңы быуын Федераль стандарттарына ярашлы төҙөлгән дәреслектәрҙә, методик әҙәбиәттә уҡыусының тәбиғәт тарафынан бирелгән ижади һәләттәрен үҫтереүсе технологиялар ҡулланыу һыҙыҡ өҫтөнә алына.Педагик тәжрибәмдең актуаллеге башҡорт телен уҡытыуҙа балаларҙың уҡыу материалын үҙләштереү буйынса индивидуаль мөмкинлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән дәреслектәр, методик ҡулланмалар юҡлығы менән билдәләнә.

  Эшемдең маҡсаты:

 - дәрескә ҡарата ыңғай мотивация формалаштырыу;

- башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу;

- белем алыу процесында уҡыусыларҙың әүҙем эшмәкәрлеген тәьмин итеү .

          Маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:   

 - предмет буйынса материалды яҡшы үҙләштереүҙе тәьмин иткән  эффектив технологияларҙы һәм алымдарҙы педагогик практикала ҡулланыу;

- башҡорт теле буйынса уҡыу материалын үҙләштереүҙе  этаплап башҡарыу (ябайҙан ҡатмарлыға алып барыу) ;

- уҡыусының танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

Педагогик тәжрибәнең нигеҙе:

- 2015 йылға тиклем Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһы;

- Башҡортостан Республикаһының милли мәғариф концепцияһы;

- яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары.

Педагогик тәжрибәнең предметы:

- башҡорт теле буйынса уҡыу материалын үҙләштереүгә өйрәтеүҙең эффектив алымдары.

         Мәғариф системаһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып уҡытыуҙың сифатын күтәреү тора. Был проблеманы хәл итеү күбеһенсә педагогик кадрҙарҙың әҙерлек кимәленән, уларҙың яңыса эшләй алыу оҫталығынан тора.

Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла мәғариф системаһы үҙгәреү этабын кисерә һәм уҡытыусылар алдына яңы бурыстар ҡуя:

- белем биреүҙе яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы  ойоштороу;

- уҡытыусы менән уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген хеҙмәттәшлек принцибына таянып ғәмәлгә ашырыу;

- әхлаҡи яҡтан камил шәхес тәрбиәләү.

Яңы шарттарҙа башҡорт теле уҡытыусыһының төп маҡсаттары:

   - башҡорт балаһын үҙ туған телендә матур, таҙа, аңлы һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү; Тыуған илен, туған телен яратҡан патриоттарҙы тәрбиәләү;

    - башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе балаларҙың башҡортса һөйләү телмәрен үҙләштереүенә өлгәшеү; тыуған еребеҙ Башҡортостанға һөйөү, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләү.

Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстарҙы үтәргә кәрәк:

  • предметты уҡытыуҙа эффектив алымдар, технологиялар тураһында методик әҙәбиәт менән танышыу;
  • шул алымдарҙы, технологияларҙы практикала ҡулланыу өсөн һайлап алыу;
  • башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уларҙы ҡулланып ҡарау;
  • алған һөҙөмтәләрҙе тикшереү;
  • тикшеренеү буйынса һығымталар эшләү. 

      Беҙ компьютер технологиялары үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Интерактив технологиялар хәҙер тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Белеүегеҙсә электрон дәреслектәр, китаптар, электрон көндәлектәр, журналдар барлыҡҡа килде.  Дәрестәрҙә интерактив таҡталар ҡулланыу заман талабына әүерелде. Интерактив таҡта уҡытыуҙың иң мөһим бурыстарының береһе – уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.  Улар ҙур теләк менән дәрескә йөрөй, һәр береһендә таҡтаға сығып эшләү, яуап биреү теләге тыуа. Интерактив саралар ярҙамында төҙөлгән тест, викторина, сканворд, анаграмма кеүек эш төрҙәре уҡыусыларҙың белем кимәлен таҡта янында тикшереү өсөн дә уңайлы.

    Үҙ эшен яратҡан һәр бер башҡорт теле уҡытыусыһы, заманса  технологияларҙы өйрәнеп, уларҙы эш тәжрибәһендә ҡулланып, бөтә уҡыусыларҙың да башҡорт телендә аралашыуын, уларҙың индивидуаль һәләттәрен үҫтереп, халҡыбыҙға һәм телебеҙгә ихтирам тәрбиәләй ала.

 

    Дәрестә интерактив технологиялар ҡулланыу ғәҙәти уҡытыу методикаһынан айырылмай тиерлек. Дәрестең уңышы уҡытыусы ҡулланған технологияларҙан ғына тормай. Әлбиттә, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн , һәр дәрестең ентекле төҙөлгән планы һәм структураһы булырға тейеш. Дәрестә интерактив таҡта ҡулланыу – уҡыусыға үҙләштереләсәк материалды еткереү ысулдарының береһе булып ҡына түгел, ә балала ижади эшләүҙе күҙ уңында тота. Эҙләнеү, ижади фекерләү  ҡеүәһен үҫтереүсе һәм Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттарына яуап биреүсе технология булып хеҙмәт итә. Интерактив таҡтаны ҡулланыу даирәһе һәм эш алымдарының төрлөлөгө уҡыусыға яңы идеяларҙы тиҙ һәм еңел үҙләштерергә булышлыҡ итә. Америка психологы Уильям Глассер билдәләүенсә , кеше:

10%-  уҡығанын,

20%- ишеткәнен,

30%-күргәнен,

50%- күргәнен һәм ишеткәнен,

70%- башҡалар менән бүлешкәнен ,

80%-үҙе кисергәнен,

95%- кемгәлер үҙе өйрәткәнен иҫендә ҡалдыра.

Тимәк, кеше күрһә, ишетһә, үҙе башҡарһа , практикала ҡулланһа , уны хәтеренә нығыраҡ һеңдерә.  Интерактив таҡтаны ҡулланыу ошоно күҙ уңында тота ла инде.   Интерактив таҡтаның мөмкинлектәрен тулы кимәлдә  ҡулланыу уҡытыусыға дәрестәге эш алымдарын эффектлы

итеп төҙөргә ярҙам итә. Таҡтаның дәрестә ни тиклем ҡулланыласағын тик уҡытыусы үҙе хәл итә.

     Дәрестәрҙе презентациялар менән үткәреү заман талаптарына тап килә һәм баланың психологик эшмәкәрлегенең үҫешенә күберәк йоғонто яһай. "Мультимедия” бер үк ваҡытта кешенең мәғлүмәт алыу органдарына ла йоғонто яһай һәм мәғлүмәттең төрлө формаларын берләштерә.

    Үҙемдең дәрестәремдә төрлө презентациялар ҡулланам һәм улар ошондайыраҡ темаларға булыуы мөмкин: " Өфө урамдары”, "Башҡортостандың шағирҙары”, "Башҡортостан тәбиғәте”, "Башҡортостандың ете мөғжизәһе” , “Ағиҙел- иң ҙур йылға” , Өфө һәйкәлдәре”һ.б.

            Заманса технологиялар ниндәй мөмкинселектәр бирә?

1.    Уҡытыусыға таҡтаға яҙып тороуҙың кәрәге юҡ.

2.    Ваҡыттың тема аңлатыуға күберәк ҡалыуы.

3. Дәрестәр сағыуыраҡ, ҡыҙығыраҡ, мәғлүмәттең күп һәм етешле булыуы.

              Уҡыусыларға нимәләр бирә?

1.    - Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ.

2.    -  Балаларҙың иғтибарын үҫтерә.

3.    -  Алдан үҙҙәренең проектарын яҡлауға әҙер булыуҙары.

4.    -  Интернет селтәрҙәрендә мәғлүмәттәр эҙләү өсөн йүнәлештәр булдырылыуы.

5. - Ижади һәләттәре үҫә.

     Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәресендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: компьютер һүҙлектәрен файҙаланып, лексиканы өйрәнеү; дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш; орфографик һүҙлекте һәм копмьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланып, орфографик күнегеүҙәр эшләү һәм башҡалар. Шулай уҡ дәрестә яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар  күрһәтергә мөмкин. Мәҫәлән, яҙыусылар, шағирҙар тураһында фоторәсемдәр, видеофильмдар, видеороликтар, әҙиптәр үҙҙәре уҡыған әҫәрҙәрҙе тыңлау, сәнғәтле уҡыу күнекмәләрен булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары

буйынса төшөрөлгән спектакль - кинофильмдар күрһәтеү.  Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙеңә ышаныс, телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.

      Дәрестә компьютер ҡулланыу уҡытыусы эшен бик күпкә еңеләйтә һәм  уҡыусыларҙа предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Ләкин был технологияны ҡулланыу уҡытыусы алдына бик күп талаптар ҡуя. Иң башта уҡытыусы компьютер менән эш итә белергә тейеш. Дәрестең һәр бер этабы яҡшы уйланылған, белем кимәлен арттырыуға йүнәлтелеүе бик мөһим.

     Дәрестә компьютер ҡулланыу – дәрес буйы уҡыусы компьютер артында эшләргә тейеш тигәнде аңлатмай. Сөнки компьютер артында оҙаҡ ултырыу уҡыусының һаулығына зыян килтереүе мөмкин һәм уҡыусы китап менән дә эш итә белергә тейеш.Компьютерҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә нисек ҡуллана башларға?

- Ябайҙан ҡатмарлыға күсеү принцибы менән эшләй башлау дөрөҫөрәктер, моғайын.

-  Уҡыусыға ниндәйҙер бер бәләкәй тексты компьютерҙа йыйырға тәҡдим итеү. Һәр өҙөк һәм һөйләм уҡыусыларҙың үҫеш кимәленә тап килергә тейеш.

-  Төрлө тестар башҡарыу.

-  Быларҙан тыш бирелгән һүҙҙәр буйынса һөйләмдәр төҙөү, тексты редакторлау һәм башҡа төрлө эштәр башҡарып була.

- Шулай уҡ балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү мәлендә лә компьютерҙы әүҙем ҡулланып була.

     Дөйөмләштереп әйткәндә, компьютер дәрестәренең ыңғай һәм кире яҡтарын әлегә аныҡ ҡына билдәләүе ауыр, сөнки ошондай дәрестең планын ныҡ уйлап эшләгәндә, уҡытыусы үҙенең белем кимәлен камиллаштырыу өҫтөндә эшләүҙе һәр ваҡыт дауам иткәндә, компьютер уҡытыусының ныҡ ҙур ярҙамсыһы буласаҡ.

       Методик темама ярашлы дәрестәрҙе юғары сифатлы, ҡыҙыҡлы итеп үткәреү маҡсатында, мин үҙемә түбәндә үтеләсәк темаларҙы маҡсат итеп алдым:

 1.Теманың фонетикаһы өҫтөндә эш (өндәр).

 2. Лексика өҫтөндә эш (һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү, телмәр һәм ижади

һәләттәрен үҫтереү).

 3.Грамматика өҫтөндә эш (яҙыу күнекмәләре).

          Фонетика өҫтөндә эш. Дәресте башлап ебәргәндә башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау буйынса  интерактив таҡтала артикуляцион күнегеүҙәр эшләү мөһим. Һәр үҙенсәлекле өнгә ике йәки дүрт юллыҡ шиғырҙар уҡыйбыҙ, ҡалын һәм нәҙек, яңғырау һәм һаңғырау өндәрҙе айырып үтәбеҙ. Шулай уҡ бер темаға ҡараған һүҙҙәрҙең бер генә хәрефтәрен үҙгәртеп, икенсе һүҙ уйлап табырға тигән күнекмәләр ҙә йыш була. Башҡортостандың иҫтәлекле урындары, ер-һыу атамалары, башҡорт исемдәре менән бәйле сканвордтар, башватҡыстар эшләнелә.

Лексика өҫтөндә эш. Телмәр үҫтереүҙә шиғырҙар, ике юллыҡ тиҙәйткестәр ятлатыуҙың да роле ҙур. Уларҙы ятлағандарын магнитофонға яҙҙырып тыңлатыу һәм үҙ-үҙеңә анализ яһау. Улар хәрефтең, телмәрҙә өндөң дөрөҫ әйтелешен тойорға ярҙам итә. Балаға үҙе күреп белгән әйбер тураһында фекер йөрөтөүе еңелерәк. Шуға күрә лә дәрестәрҙә күберәк күргәҙмә материалдар һәм слайдтар менән байытыу мөһим. Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙә Башҡортостан матурлығын тасуирлаған һүрәттәр, видеоматериалдар, слайдтар күренекле шәхестәрҙең портреттарын, улар менән интервью өҙөктәрен ҡулланыу шарт. Шулай уҡ Тыуған ил, хеҙмәт темаһына һ.б. ҡағылышлы мәҡәл-әйтемдәр менән бәйле төрлө күнегеүҙәр эшләргә була. Балаға үҙ телмәрен тыңлап, башҡалар менән сағыштырырға, хаталарын төҙәтеп дөрөҫ әйтергә, һөйләп өйрәнергә кәрәк. Быны телеведение, радио тапшырыуҙар менән бәйләп, ҡыҙыҡлы уйын формаһында үткәрергә мөмкин.  Балаларҙың телде өйрәнеүгә әҙерлек дәрәжәһе төрлө булғанда индивидуаль йүнәлтелгән эштәр тәҡдим итәм. (Личностно-ориентированное обучение). Өйрәнә торған теманың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып уҡыусылар өсөн индивидуаль- дифференцияланған биремдәр, өҫтәмә күрһәтмә материалдар, тестар ҡулланыла. Улар, әлбиттә, компьютерҙа эшләнелә. Методик темаға ярашлы рәүештә, бында уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә ҡағылышлы эштәр ҡулланыла һәм улар үҙ эсенә төрлө ҡыҙыҡлы ребустар, кроссвордттар, башватҡыстарҙы ала. Һөйләм үҫтереүҙең мөһим бер төрө - һүҙ менән эшләү. Яңы һүҙҙәр менән эшләгәндә халҡыбыҙға ғына хас һүҙҙәрҙе ҡулланып, уҡыусыларыбыҙҙың һүҙлек запастарын байытырға тырышам. Уларҙы башҡорт халҡы йолаларының, байрамдарҙың видеояҙмаларындағы һөйләшеүҙәрҙән алырға мөмкин.

      Грамматика өҫтөндә эште дәрес һайын телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу маҡсатында, шулай уҡ грамматиканан ҡайһы бер материалдарҙы практик ҡулланыу өсөн эшләйбеҙ.  Эштең был этабында уҡыусылар үҙ аллы хикәйә, диалогтар төҙөй алһалар, грамматик эштәрҙе үҙ аллы эшләһәләр – маҡсатҡа ирешелде тигән һүҙ.    Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙә  яңы проекттар, презентациялар ҡулланыу мәсьәләләре тикшерелә.

Заманса технологияларҙы ҡулланыу уҡыусыларҙың шәхси, регулятив, танып белеү һәм коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙа эффектив технология, тип һанайым.                            Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен интерактив таҡта ҡулланып  уҡытҡанда көтөлгән һөҙөмтәләр:

- шәхси универсаль уҡыу эшмәкәрлеге өлкәһендә уҡыусыларҙа   материалды үҙләштереү, белем табыу һәм танып белеү өсөн мотивация формалаштырыла;

  • регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге өлкәһендә уҡыусылар үҙҙәре алдына маҡсат һәм бурыстар ҡуйыу, уларҙы тормошҡа ашырыуҙы планлаштырыу, үҙенең эшмәкәрлеген тикшереү һәм баһалау күнекмәләренә эйә булалар;
  • танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге өлкәһендә уҡыусылар

интератив таҡта алдында эшләргә өйрәнәләр;

  • коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге өлкәһендә уҡыусылар иптәштәренең фекерҙәрен тыңлау һәм аңлау, уҡытыусы һәм класташы менән хеҙмәттәшлек итеү, коллективта бергә эшләү, аралашыу оҫталығы буйынса күнекмәләр ала.

 Һөҙөмтәләр:

- уҡыусыларҙың телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙары арта,

- ғилми эҙләнеү эшенә йәлеп ителәләр,

- ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашалар( 2011-2012  уҡыу йылы – Әкрәмова Гөлшат , 2013-2014 уҡыу йылы Хисаметдинов Азамат ҡала күләмендә  III урын яуланы; 2014 йыл –Дәүләтшина Линария район күләмендә III урын яуланы),

- олимпиадаларҙа призлы урындар яулайҙар,

- презентациялар  эшләйҙәр, интерактив таҡта алдында эшләргә өйрәнәләр.

  •                                 
  •       итеп, яңы быуын стандарттары шарттарында башҡорт теле дәрестәрендә интерактив таҡта ярҙамында уҡыусы шәхси эшмәкәрлеген үҫтерә; танып белеү (өйрәнеү, белем алыу) һәм логик эшмәкәрлеген формалаштыра; проблеманы ҡуя һәм хәл итергә өйрәнә; коммуникатив эшмәкәрлеген (социаль, компетентлыҡ) камиллаштыра; тыуған илен, телен яратҡан, милләтенең киләсәген ҡайғыртҡан шәхес булып тәрбиәләнә.
  •             телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса технологиялар ҡулланыу  - уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итер, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерер, үҙ-үҙенә ышанысын, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уятыр һәм тыуған илен яратҡан, уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләр, ә иң мөһиме – башҡорт теле башҡа фәндәр араһында үҙенең бәҫен күтәрер, уҡытыусылар ҙа үҙҙәрен белемле, яңылыҡҡа ынтылыусы, ышаныслы, һәләтле шәхес итеп танытыр, тип уйлайым.

                            Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Азнагулов Р.Г. Научные основы методики башкирского языка.

        - Уфа: БГУ, 2004.

2. Концепция модернизации российского образования на 2010-2015г.г.

     -М., 2010.

3. Концепция национального образования в Республике Башкортостан.

       - Уфа, 2009.

4. Иҙелбаев М.Х. Хәҙерге заман технологиялары һәм яңылыҡлы дәрестәр//Башҡортостан уҡытыусыһы. - 2012. - №9, 6-10-сы б.б.

5. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.  Башҡорт телен һәм  әҙәбиәтен заманса уҡытыу. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2009.

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-12-03)
Просмотров: 9176 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz