Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSСуббота, 2024-05-04, 6:15:25

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

Минең педагогик фәлсәфәм

         

                                   Минең педагогик фәлсәфәм

                                                  

                                                             Уҡытыусы !

                                                             Ниндәй гүзәл исем!

                                                             Кеше итеп һине әҙерләй,

                                                             Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

                                                              Кескенән һөйә, ҡәҙерләй!

                                                                                      Р.Ғарипов

       Уҡытыусы…Эйе, ябай бер һүҙ. Ә унда күпме тәрән мәғәнә ята.

Уҡытыусы! Был һүҙҙәр һәр бер кеше күңеленең иң төбөндә уйылып ҡалған яҡты һүҙҙәр.

Тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан, белем усағының ишектәрен үрелеп асҡанда ла, һине ҡаршылаған кеше – ул уҡытыусы. Һинең тәүге серҙәшең. Һин уның менән бергә ҡулға-ҡул тотоношоп яңы донъяға аяҡ баҫаһың. Абынған саҡтарыңда –таяныс, ауыр ваҡыттарҙа -ярҙамсы, кәңәшсе лә.

Донъяла күп төрлө һөнәр эйәләре бар. Тик уларҙың һәр береһен уҡытыусы тәрбиәләгән, белем серҙәрен асҡан.     Уҡытыусы һәр бер балаға яҡтылыҡ өләшеүсе лә .  

   Донъя ҙур, әммә бала саҡтың хыялы унан да олораҡ! Ә күңелдәргә хыял утын тоҡандырыусы кеше бөйөк! Ҡулдарыңа ҡәләм тоттороп, әлифба хәрефтәрен яҙырға өйрәткән, ерҙең һәр биҙәген яратырға өндәгән, һәр йондоҙло бейек күктәргә алып менгән беренсе уҡытыусы ҡараштары гел күҙ алдымда. Башланғыс кластарҙа уҡ уҡытыусы булырға хыяллана торған инем.Һәр көн ашҡынып мәктәпкә барыуым, мәктәптән ҡайтышлай  иптәш ҡыҙҙарым менән уҡытыусы булып, һөйләшеп ҡайтып килеүҙәрем,  өйҙә һеңлем менән алдыбыҙға таҡта ҡуйып, аҡбур менән яҙышып, уҡытыусы булып уйнауыбыҙ, әле булһа күҙ алдымда…

        1997 йыл.  Минең был изге хыялым тормошҡа ашты: мин-уҡытыусы. Парта артында миңә һынап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та ҡараған балалар. Улар бит беҙҙең киләсәк. Ниндәй булыр ул? Уҡытыусы булғас ҡына, минең яҙмышым  илем, телем, халҡым  яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанын аңланым. Үҙ көнөм өсөн генә түгел, халҡым киләсәгенә  лә яуаплы икәнмен.

      Йылдар үтеп күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә инанам. Мине ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға ниндәй көс этәрҙе һуң?

     Уҡытыусым… Мөләйем йөҙлө, сабыр ҡарашлы, талапсан һәм шул  уҡ ваҡытта кешелекле лә. Тормошоноң ауыр миҙгелдәре, күргән хәсрәттәре маңлайына һырҙар булып ятҡан, сәстәренә сал булып һырылған.Ләкин күҙҙәренән күңеленең яҡтылығы нур булып ағыла.

Уҡытыусы дәрескә керҙе. Юҡ, бүлмәгә уҡытыусы түгел, унда … ҡояш керҙе. Уҡытыусы – ҡояш…Бына ул ашыҡмай ғына портфелен ҡуйҙы. Күҙлеген алып кейҙе һәм уҡыусыларына яғымлы ҡараш ташланы. Балалар   “уҡытыусы апайыбыҙ нимә әйтер икән?” тип уға төбәлде. Ә уҡытыусы, ғәҙәттәгесә йомшаҡ, тигеҙ тауыш менән мөғжизәле белем иленә алып китте. Был – минең уҡытыусыларым тураһында хәтирәләрем.

          Баланы ысын күңелдән яратҡан кеше  генә уның менән тығыҙ бәйләнеш булдыра  ала. Балаларға булған һөйөү һәм тәүге уҡытыусым Гөлфара Мәхийән ҡыҙы йөрәгем түрендә ҡалдырған итәғәтле, кешелекле мөнәсәбәте ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға этәргес көс булды. Ә әсә телемә һөйөү уятҡан, күңелемә иман нуры һалған кеше – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым Мәрүә Ғизитдин ҡыҙы. Изгелекле, йор һүҙле уҡытыусыларым тормошта үҙ урынымды табырға ярҙам итте. Уҡытыусы тап шундай өлгөлө шәхес булырға тейеш тә инде. Уҡыусы уҡытыусының ҡылығына ла, һөйләшеүенә лә, кейеменә лә ҡарап өлгө ала. Оло йөрәкле уҡытыусының уңыш сере – балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулауында.

      Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, мин ата-бабанан ҡалған ҡиммәтте, быуаттар дауамында камиллашып барған мираҫты, туған телебеҙҙе, нигеҙенә халҡыбыҙҙың ҙур тормош тәжрибәһе һәм тәрән аҡылы һалынған ғөрөф- ғәҙәттәрҙе һаҡлау зарур тип иҫәпләйем.

        Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү – минең педагогик хеҙмәтемдең мөһим бурыстары.   

     "Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш”,- тигән билдәле педагог Л.В.Занков. Белемгә, яңылыҡҡа ынтылыш булғанда ғына бала күңелендә осҡон ҡабына. Уҡытыусы тарафынан дөрөҫ ойошторолған дәрес – ошо осҡондо тоҡандырыусы ут сатҡыһы.

       Уҡытыусы булып эшләй башлауыма 17 йыл ваҡыт үтеп тә киткән.  Сығарылыш класс уҡыусылары килеп, минең хәлемде белешеп, кәңәш  һорап киткеләйҙәр. Ошо үҙе ҙур ҡыуаныс түгелме?!.

 

                 Уҡытыусымын!Һөйөнөп эшкә барам,

                 Байрам кеүек миңә һәр көнөм.

                Балалар һәм мәктәп- бар байлығым,

                Үҙем тапҡан бәхет бөртөгөм.

                Уҡытыусымын! Сәскә орлоҡтарым

                Аҡыл емешенә әйләнгән.

                Сөнки илем, халҡым киләсәге

                Минең хеҙмәтемә бәйләнгән.

    Белем биреүҙә төп күрһәткес- һөҙөмтәлелек. Уҡытыу процесында техник сараларҙы файҙаланыу, уҡыуҙа артҡа ҡалыусыларға үҙ ваҡытында ярҙам, һәләтле балалар менән индивидуаль эш – былар бөтәһе лә йылдан-йыл яҡшы һөҙөмтәләр бирә.Уҡыусыларҙың белем кимәле, юғары уҡыу йорттарына  инеү, олимпиадала һәм конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулау- ижади хеҙмәттең төп һөҙөмтәһе. Уҡыусыларым ихлас күңелдән эҙләнеү эше менән шөғөлләнә икән, тимәк,бала күңелендә "осҡон” тоҡандырғанмын.Уҡытыусы оҫталығы - үҙ һөнәрен үҫтереү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эҙләнеүендә, башҡаларҙы ҡабыҙыуҙа. Шул ваҡытта ғына беҙҙең йөрәгебеҙҙә тыныслыҡ та, ышаныу ҙа, мөхәббәт тә урын алыр. Бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа.Өмөт булһа, бөтәһе лә була.Өмөтлө  көн күрер, өмөтһөҙ гүр күрер, тип белмәйенсә әйтмәгән бит халыҡ. Беҙ балаларҙың, ата-әсәләрҙең, илебеҙҙең өмөтөн аҡлаусы,яҡлаусы һөнәр эйәләре.

    Донъяла ниндәй  генә һөнәрҙәр йәшәмәһен  һәм барлыҡҡа килмәһен, ә мөғәллимәлек шулар араһында иң яуаплыһы, иң изгеһе булып ҡаласаҡ.Сөнки ул киләсәккә хеҙмәт итә, алдағы көнгә белем орлоҡтары сәсә.Тиртеп сыҡҡан шытымдары артынан да иғтибар менән күҙәтә. Яҡшылары өсөн ҡыуаналыр, насарҙары өсөн уфтаналыр…Был һөнәр тырышлыҡ, түҙемлек, сабырлыҡ талап итә.Уҡытыусы, минеңсә , ғүмере буйы уҡытыусылыр. Мин был ауыр йөктө үҙ елкәмдә тоям һәм уҡытыусы һөнәрен һайлауыма бик шатмын.

   Бына дәрескә ҡыңғырау шылтыраны.Ҡулыма аҡбур һәм китап тотоп изге юлға- уҡыусыларҙы белем үрҙәренә саҡырырға юлландым.

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-11-28)
Просмотров: 2154 | Комментарии: 1 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 1
avatar
0
1 zila • 7:43:21, 2014-12-12
Бала саҡ хыялы тормошҡа ашты.Бөгөнгө көндә икебеҙ ҙә мәктәптә уҡытыусы булып эшләйбеҙ.
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz