Баш бит | Регистрация | Инеү | RSSСуббота, 2024-05-04, 2:22:34

Минең сайтым

Сайттың менюһы
Бүлектең категорияһы
Мои статьи [31]
Бәләкәй-чат
Беҙҙең һорау
Минең сайтты баһалағыҙ
Всего ответов: 40
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Каталог статей

Главная » Статьи » Мои статьи

Кәйеф нимәнән тора?

Кәйеф нимәнән тора?

Маҡсат: уҡыусыларға кәйеф тураһында мәғлүмәт биреү, улар менән әңгәмә ойоштороу.

-Хәйерле көн,уҡыусылар!

Хәлдәрегеҙ, кәйефтәрегеҙ нисек?

-Һеҙ ниндәй тылсымлы һүҙҙәр беләһегеҙ?  (Хәйерле көн, рәхмәт, рәхим итегеҙ һ.б.)

-Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә яғымлы, тылсымлы һүҙҙәр әйтешәйек (Һаумы, һин бөгөн бик матурһың.)

-Ә хәҙер, бер-беребеҙгә ҡарап –йылмаяйыҡ.

-Эйе, уҡыусылар, донъяла йәшәү күңеллерәк, рәхәтерәк, еңелерәк булһын өсөн ошандый яғымлы, наҙлы һүҙҙәрҙе бер-беребеҙгә, атай – әсәйҙәребеҙгә,дуҫтарыбыҙға йышыраҡ әйтәйек.Уларҙы әйткәндә кеше йылмая, үҙеңдең дә кәйефеәкүтәрелә.

-Уҡыусылар, беҙ бөгөн класс сәғәтендәт “Кәйеф” тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

-Бер көн эсендә беҙ бик күп кеше менән осрашабыҙ. Иң беренсе кешенең тышҡы ҡиәфәтенә, йөҙөнә һәм нисек  кейенеүгә иғтибар итәбеҙ. Әҙәпле кешене әллә ҡайҙан күрәбеҙ. Йөҙөнә ҡарап,кешенең нимә тураһында уйлауын, кәйефен, характерын белә алабыҙ.

-Уҡыусылар, әгәр һеҙ “2” билдәһен алһағыҙ, һеҙҙең кәйефегеҙ нисек, ниндәй яҡҡа үҙгәрә?

-Әгәр “5” алһағыҙ?

-Әйе, уҡыусылар, 2-алһағыҙ ҡайғыраһығыҙ, 5-алһағыҙ-шатланағыҙ. Һеҙҙең кәйефегеҙ үҙгәрә.

-Ҡайһы бер кешеләр ҡыраҫ, уҫал була?Ундай кешеләр менән һеҙ дуҫлашыр, Һөйләшер инегеҙме? Ни өсөн?

-Хәҙер, уҡыусылар, һеҙгә шундай эш төрө тәҡдим итәм.Һеҙҙең алдығыҙҙа көҙгөләр, шул көҙгөләргә ҡарап, төрлө күнегеүҙәр эшләйәсәкбеҙ .

-Хәҙер көҙгөләргә ҡарағыҙ :

1) уйланығыҙ

2) ниндәйҙер насарлыҡ эшләнегеҙ икән, ти, үҙегеҙҙе ғәйепле итеп һиҙәһегеҙ. Йөҙөгөҙ ниндәй булыр.

3) күҙҙәрегеҙҙе төрлө яҡҡа бороғоҙ.

4) уҫал итеп ҡарағыҙ.

5) ҡаш һикертегеҙ

6)  йылмайығыҙ

Ҡайһы осраҡта һеҙ матур күренәгеҙ? Ни өсөн?

-Эйе, уҡыусылар, йөҙ-бит, ҡиәфәт- кешенең күңел көҙгөһө ул. Бындай насар, йәмһеҙ билдәләрҙе йөҙөгөҙҙә сағылдыра күрмәгеҙ.Һеҙҙең матур йөҙөгөҙҙө йәмһеҙләй генә. Һәр ваҡыт йылмайып, көлөп кенә йөрөгөҙ. Әгәр йылмайып ҡына йөрөһәгеҙ һеҙҙең кәйефегеҙ ҙә күтәренке булыр.

  -Уҡыусылар, ә кешеләрҙең кәйефтәре тағы ла нисек булырға мөмкин? (яҡшы, насар,күңелле, күңелһеҙ, бойоҡ, шат).

-Тағы ла ниндәй кешеләр була? (ғорур, уҫал, үсексән, йомарт, йыуаш).

- Кәйеф- ул кешенең күңел торошо.Ниндәй кәйефле кешеләр осрай?

-Хәҙер, мин 2 төркөмгә эш бирәм.

1төркөмгә – яҡшы кәйефле кешегә ниндәй һүҙҙәр тап килә?Шул һүҙҙәрҙе  генә яҙаһығыҙ.

2төркөм – насар кәйефле кешегә ниндәй һүҙҙәр  тап килә.Шул һүҙҙәрҙе яҙаһығыҙ.

-Уҡыусылар,ҡояш һүрәтен ниндәй кәйефле кеше менән сағыштырып була? (яҡшы,матур, һәйбәт, изгелекле, шат)

-Ә ҡара болоттарҙы? (яҡшы,насар)

-Ә хәҙер, уҡыусылар, күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ һәм яҡшы кәйефле күҙ алдығыҙға килтерегеҙ. Ниндәй төҫтәр күҙ алдығыҙға баҫа? Ни өсөн?

-Ә хәҙер насар кәйефле йөҙлө күҙ алдына  килтерегеҙ. Уны ниндәй төҫтәрҙә күрәһегеҙ.

- Һеҙҙең ҡайһы саҡта кәйефегеҙ күтәренке була? Ҡайһы ваҡыт шатланаһығыҙ?

- Ҡайһы ваҡытта кәйефегеҙ насар бул? Ҡәйеф насар ваҡытта бер нимә  лә эшләге килмәй,бер кемде лә күрге килмәй.

-Эйе, ысынлап та ҡояшлы, матур көндә беҙҙең кәйеф тә күтәренке була.

-Хәҙер, уҡыусылар, һеҙгә шундай эш төрө  тәҡдим итәм.

Мин  һеҙгә һөйләмдәр уҡыйым, һеҙ яуап бирергә әҙерләнегеҙ.

1-Һеҙ урамға сыҡтығыҙ. Ҡаршығыҙға күрше йорттағы малай йүгереп килә.Ул һеҙгә «Хәйерле,иртә!» -тип сәләм бирҙе һәм йылмайҙы. Һеҙҙең кәйефегеҙ нисек  булыр?

2-Һеҙ ауырыйһығыҙ. Башығыҙ ауырта, тамағығыҙ шешкән, йүткерәһегеҙ. Өҫтәүенә тышта ямғыр яуа, ел.Һеҙҙең кәйефегеҙ нисек булыр? Яҡшы кәйефте күтәрергә нимәләр ярҙам итә?

Әгәр беҙҙе яҡшы, аҡыллы кешеләр уратып алһа беҙҙең кәйефтәр ҙә яҡшы, күтәренке булыр?

–Уҡыусылар, һәр ваҡыт бер-берегеҙгә, класташтырығыҙға, уҡытыусыларға,  яҡын кешеләрегеҙгә иғтибарлы булығыҙ, насар һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Бер-берегеҙҙе ғәфү итергә өйрәнегеҙ. Шулай иткәндә беҙҙең кәйефтәребеҙ яҡшы булыр, эштәребеҙ, уҡыуҙарыбыҙ алға барыр.

Ә хәҙер, күтәренке кәйеф менән дәресте тамамлайыҡ хушлашайыҡ. Һаубулығыҙ.

 

Категория: Мои статьи | Добавил: zila (2014-11-28)
Просмотров: 2970 | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar
Сайтҡа инеү
Эҙләү
Сайттың дуҫтары
  • Официаль блог
  • uCoz Бәйләнеше
  • FAQ система буйынса
  • uCoz буйынса һорауҙар
  • Компанияның бөтә проекттары

  • Copyright MyCorp © 2024
    Конструктор сайтов - uCoz